1. Жизнь школы
  2. Мероприятия
  3. башкорттелекөнө2021марафон

башкорттелекөнө2021марафон

17.12.2021 Просмотров: 49

14 декабрь – башҡорт халҡының билдәле мәғрифәтсеһе М.Аҡмулланың туған көнө. Ошо көндө Башҡортостан Башлығы Указы буйынса Башҡорт теле көнө тип иғлан ителде. Уның сиктәрендә башҡорт телен популляштырыу, һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән   саралар беҙҙең мәктәптә лә бик күп ойошторолдо.

Беренсе көндө, йәғни 7 декабрҙә, уҡыусылырыбыҙ «Иманлы кеше ниндәй була?» тигән һорауға яуап эҙләп , үҙ ҡараштары менән интернет селтәрендә аралаштылар. Иманлы булып йәшәр өсөн, бары тик яҡшылыҡтар, изгелектәр генә ҡылып йәшәргә кәрәк был донъяла, тигән ҡарарға килде улар.

Икенсе көндө һәр уҡыусы Мифтахетдин Аҡмулланың  яҡшылыҡҡа, аң-белемгә әйҙәгән шиғырҙарын ятлап, видеояҙмаларын шулай уҡ интернет селтәрендә урнаштырҙылар. Был сарала башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ла әүҙем ҡатнашты.

9 декабрҙә уҡыусылырыбыҙ аҡыл менән бәйле мәҡәлдәр эҙләнеләр, һәр береһенең мәғәнәһенә төшөнөргә тырыштылар һәм ата-бабаларыбыҙҙан килгән был  аҡыллы кәңәштәрҙе иҫтә тотоп, дөрөҫ итеп йәшәргә кәрәк , тигән һығымта яһанылар.

Сараның дүртенсе көнөндә «Рәхмәтле була беләһеңме?» тигән темаға аралаштыҡ. Шуныһы ҡыуаныслы, был темаға аралашыу  балалар өсөн уйланырға сәбәп булды. Баҡһаң, балаларҙың күбеһе күңелдәрендә булған рәхмәтлелекте сағылдыра белмәй икән, ә бит бер йылы һүҙҙән яҡындарҙың, дуҫтарҙың күңелдәре була бит!

11 декабрҙә , ял көнө булыу сәбәпле, уҡыусылар ғаиләләре менән башҡортса кинолар ҡаранылар, үҙҙәренең уй-фекерҙәре менән аралаштылар.

Ә алтынсы көндө уҡыусылар үҙҙәренең шағирлек һәләттәрен һынап ҡаранылар, бер-береһе менән ярыша-ярыша  Аҡмуллаға эйәреп шиғырҙар яҙҙылар.

Етенсе көн «Беҙ бергә!» тигән девиз аҫтында үтте. Һәр звено уҡыусылары башҡорт теленең әһәмиәте, бәҫе, тормоштағы роле тураһындағы үҙ фекерҙәрен видеояҙма аша еткерҙеләр.

14 декабрь Башҡорт теле көнө айырыуса тантаналы үтте. Иртәнән уҡыусыларҙы ҡурай моңо ҡаршы алды. Асыҡ туған тел дәрестәре, класс сәғәттәре үтте. Уҡыусылар Берҙәм асыҡ дәрестә ҡатнаштып үҙҙәренә фәһем алдылар. Ҡурай сәскәһенең ете тажына яҙылған башҡорт теленең төп билдәләрен асыҡланылар. Телебеҙҙең матурлығын, һығылмалылығын һаҡлау, уның бәҫен ебәрмәү бөгөн фәҡәт үҙебеҙҙән тороуын аңланылыр.

Күңелемдең һүнмәҫ нуры һин,

Мәңге йырланасаҡ йырым һин,

Моңло – йырлы туған телем һин.

                          К.Кинйәбулатова.